Lyrks
Lyrks
Lyrks
Cover Art

Дауа (Remedy) Lyrics by DeZ (RUS)

2017

[Куплет 1: DeZ]
Уны таный һәр саҡ урам, ҡысҡыралар, ана, MC
Ят күҙҙәрҙән ябыҡ, бары илһам белә - ул псих
Һинең өсөн йондоҙ, шулай ҙа ул кеше
Сикһеҙ йыһанда түгел, һин уны ергә төшөр
Һинең кеүек күрә төштәр, һинең кеүек туҡталышта
Һинең кеүек эҙләнә, һәм эшләй асыштар
Ышана ул нимәгәлер, мәғәнәһеҙ көндәрҙә
Уставтағы уттың сағылышы күҙҙәрҙә
Тәүге һулышынан әле аҡты күпме һыуҙар!
Үҙгәрмәй улар шул иҫәрҙең башында уйҙар!
Ләкин тәрәнерәк һәм бөгөн был мөһим
Был ысын булып ҡала
Ә һин? Ә һин?
Ваҡыт һынай биттәрҙе йүгереп ҡағыҙ битенә
Ул шулай уҡ бирелгән нисек рәссам һүрәтенә
Күптән йәштәр кипкән инде, күптән борсомай яра
Оҡшамаһа һиңә түгел, ижады үҙенә дауа
[Ҡушымта: DeZ]
Һулдан уңға ҡағыҙға ҡәләмем яҙа
Әйтегеҙсе миңә, был һәләт әллә яза?
Һалып наҙға, йә ҡалдыра нәфрәткә
Етәр! Туҡта! Был миңә кәрәкмәй
Һулдан уңға ҡағыҙға ҡәләмем яҙа
Әйтегеҙсе миңә, был һәләт әллә яза?
Һалып наҙға, йә ҡалдыра нәфрәткә
Етәр! Туҡта! Был миңә кәрәкмәй
[Куплет 2: Yalaguy]
Бер саҡ юғалырбыҙ бынан, туҡтамай өйөрөлөр шар
Кемдәр үтә һиҙә был тормошто тағы минең юлымдан атлар
Беҙ йәшәнек ошо мәлдә
Киләсәктә тағы берәйһенең күкрәк тулып хистәре шартлар
Үҙ юлыңдан барыу ҡыйын ләкин әле һаман ватабыҙ шарттар
Тимәк бушҡа осмаҫ ишет минең әйтелгән анттар
Тишеп инә йөрәгеңә
Һәм емерә тағын ҡурҡыш минең уҡылған хаттар
Хәлем бөтөп йығылғанда, барыһын да ташлағанда
Минең күкрәгемдә туҡтамаҫ барыр һуғыштар
Тимәк йөрәк төптәрендә минең һүнмәҫ мәңге йылы биреп янған әле һаман ҡара яҡты йондоҙом бар!
Хәлем бөтөп йығылғанда, барыһын да ташлағанда
Минең күкрәгемдә туҡтамаҫ барыр һуғыштар
Тимәк йөрәк төптәрендә минең һүнмәҫ мәңге йылы биреп янған әле һаман ҡара яҡты йондоҙом бар!
[Ҡушымта: DeZ]
Һулдан уңға ҡағыҙға ҡәләмем яҙа
Әйтегеҙсе миңә, был һәләт әллә яза?
Һалып наҙға, йә ҡалдыра нәфрәткә
Етәр! Туҡта! Был миңә кәрәкмәй
Һулдан уңға ҡағыҙға ҡәләмем яҙа
Әйтегеҙсе миңә, был һәләт әллә яза?
Һалып наҙға, йә ҡалдыра нәфрәткә
Етәр! Туҡта! Был миңә кәрәкмәй
Credits

About “Дауа (Remedy)” by DeZ (RUS)

Read the complete lyrics to "Дауа (Remedy)" by DeZ (RUS) in 2017. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Conscious Hip-Hop, Башҡортса рэп (Bashkir Rap), Россия (Russia).

"Дауа (Remedy)" is performed by DeZ (RUS). in 2017 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Дауа (Remedy)", explore more songs by DeZ (RUS) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for DeZ (RUS) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Дауа (Remedy)" is credited to DeZ (RUS). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

Album information for "Дауа (Remedy)" is not available in our database yet. You can still read the full lyrics on this page.

Visit the DeZ (RUS) artist page at /artist/dez-rus for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.