Lyrks
Lyrks
Lyrks
Cover Art

Feedback Lyrics by Тартай/Фил MC (Tartaj/Fil MC)

TRTIFILMC3

2018

[DeZ ҡатнашлығындағы «Feedback» йырының һүҙҙәре]
[Текст песни «Feedback» ft. DeZ]
[Интро: Йыр (+ Фил MC)]
Йәшлегемә тиңдәш гөлгөнәм һин
Өлөшөмә төшкән көмөшөм
Һин бит һулышым да
Килер яҙмышым да
Һиндә минең йөрәк тибешем
Һиндә минең йөрәк тибешем
(Кире бәйләнеш
Һөйгәнем, ҡуйсы)
[Куплет 1: Фил MC]
Етмеш һөнәрҙән йыр яҙыу – иң яратҡаны
Ҡана, тағы ла бер таңды ҡаршыланым
Белер инеңме мине шундай кеше бар икәнен
Инәм өсөнсө тиҫтәгә, ултырамын икеләнеп
Бүлмәлә бикләнеп, асамын йөрәк түрен
Һөйгәнем, ҡуйсы, өндәшмә, был оҙаҡҡа түгел
Берәй ҡасан ялҡытыр, ә әлегә мин осамын
Минең бар улым, уның менән ғорурланамын
Тормош һәм хыялдар минең – «Айгөл иле»
Улар тап килмәй, кәрәк компромисс билгеле
Ғүмерем Мостай Кәримдең атылған билет[?]
Тик был көрәштә бирге килмәй билде
Шуңа ла ҡала йоҡлай, уяна рэп-йондоҙ
Панчлайндар юҡ, бында ысын тормош
Моңһоу йырҙар ултыра муйында
Бро, ниндәй тормош, шундай йырҙар, а
Бер «әйе»гә туҡһан туғыҙ «юҡ»
Ярҙам итегеҙ Фил MC-ға табырға юл
Көтәм кире бәйләнеш, осорамын уҡ
Хөрмәт менән Өфөнән, ысын ул
[Ҡушымта: Фил MC һәм DeZ]
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
[Бридж: Тартай (+ сэмплдар)]
Яу
Бер...
Ике...
Өс...
[Куплет 2: Тартай]
Ниндәй уйҙар килә, бер үҙең ҡалғанда?
Кемгә шылтыратаң, күңел бушағанда?
Бар 400-ҙән ашыу дуҫың «Контакт» селтәрендә
Ләкин нисәү хәл белер, китһә донъяң селпәрәмә?
Әйләнеп ҡараһаң, артты тиҫтәләгән ғүмер
Йәшәйбеҙ, нимәлер көтөп, янабыҙ, ҡалдырып күмер
Арттырмай бер нимә, тик нисек бар һинең алда
25-се яҙҙан йүгерә түңәрәк һандар
Ғәфү ит, яҙманыҡ бөтәһенә оҡшарлыҡ йыр
Тыйманыҡ ижадты, беләм инде, нисәнсе йыл
Был ауырыу, был күтәрә кәйеф
Был нимә өсөндөр, хатта үҙем дә белмәйем
Һөйләмә дуҫыңа, миңә кәрәкмәй һин алай
Былай ҙа бер тигән битҡа һалынған life
Егеттәр яҙҙырҙы, беҙ эшләнек хип-хап
Don't stop
Ишек асыҡ, дәфтәр битле, килде илһам
Don't stop
Ишек асыҡ, дәфтәр битле, килде илһам
Don't stop
Ишек асыҡ, дәфтәр битле, килде илһам
Don't stop
Ишек асыҡ, дәфтәр битле, килде илһам
[Ҡушымта: Фил MC һәм DeZ]
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
[Бридж: сэмплдар]
Ҡоштар оса
Һабан турғайҙары
Кәкүк, кәкүк
[Куплет 3: DeZ]
Өмөттәрем – аҡ күгәрсен, көрәшем – ҡарағош
Ел-дауылда үткән торна ла юлда, ҡарағыҙ
Оҙон-оҙаҡ баласаҡ, һеҙгә был ҡараңғы
Донъяға һөйөүме ул һандуғас һайрауы?
Һаман да хыялый, шуғалыр, бәлки, яҙам
Сабый аҙымдары менән ашыр хыялым
Аңлайҙыр ҡағыҙ, кеше аңлар башҡаса
Күңелгә – илһам, ҡағыҙға ятты асыу...
Үҙемде асып, нисек ҡабул итергә?
Ашмаған хыялдар менән тулы үкенеүҙәр
Артта үткән йылдар, алда шул уҡ юлдар
Үҙгәреш алдында башты эйәмен ҡолдай
Эҙҙәрҙе ҡомда юйыр тулҡындар тағы
Ижадым, миҙалдың, әйтсе, ҡайһы яғы?
Бөттө биттәр яңы, сыям өҫтән иҫкеһен
Мәңгегә йәш һәм мәңгегә иҫерек
Әйтерһең, иҫ-киткес, тик талаптар арта
Яҙмышымды маҡтап, [?] уҡырһың яттан
Әйтсе, ниндәй уйҙар тыуҙы миңә ҡарата?
Ҡояш нурҙары, Икар йыйҙы ҡанаттар
Иҫә ыңғай елдәр, ҡараптарҙы ҡыуа
Батып яҙмаларҙа, таптым төбөндә Куба[?]
«Азатлыҡ уттары» минең ҡолаҡтарҙа
Мин тере һәм ирекле ошо минуттарҙа
[Ҡушымта: Фил MC һәм DeZ]
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
Аңғармай ҡаңғырмағыҙ, булһа ла сәбәптәре
Кәрәкмәй һүҙҙәр кәрәкмәгән, күҙәт сәғәттәрҙе
[Бөтөм: автоматик яуап биргес]
Аппарат абонента выключен или находится вне зоны действия сети
The subscriber's phone is switched off or out of the coverage

About “Feedback” by Тартай/Фил MC (Tartaj/Fil MC)

Read the complete lyrics to "Feedback" by Тартай/Фил MC (Tartaj/Fil MC) from the album "TRTIFILMC3" in 2018. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Poetry, Башҡорт (Bashkir), Conscious Hip-Hop.

"Feedback" is performed by Тартай/Фил MC (Tartaj/Fil MC). from the album "TRTIFILMC3" in 2018 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Feedback", explore more songs by Тартай/Фил MC (Tartaj/Fil MC) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for Тартай/Фил MC (Tartaj/Fil MC) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Feedback" is credited to Тартай/Фил MC (Tartaj/Fil MC). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

"Feedback" appears on "TRTIFILMC3" in 2018.

Visit the Тартай/Фил MC (Tartaj/Fil MC) artist page at /artist/mc-tartaj-fil-mc for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.