Lyrks
Lyrks
Lyrks
Cover Art

Хәтирәләр (Memories) Lyrics by Инсан (Insan)

Юлсы (иң яҡшы йырҙар) (Traveller (The Best Songs))

2011

[Куплет 1]
83-төң ҡышында мин яҡты донъяға килдем
Тыуғандан алып тормошом моң менән бәйле ине
Ышанаңмы, юҡмы, сабый ғына сағымдан
Төрлө йырҙар тыңлаған инем мин винил пластинканан
Һуңынан 90-сы йыл: беренсе магнитофон
Беренсе беҙҙең кассета ул булды төркөм "Кино"
Виктор Цойҙы килештереп сәстәремде үҫтерҙем
Көнө-төнө йырланым йөрәккә үткән көйҙәрен
Аудио-кассеталар… Ҡайҙа һуң хәҙер улар?
Мең километр пленкалар ҡайҙа ғына юғалдылар?
Хәҙерге ваҡыт балаһы ул нимә икәнен белмәй
Ярты сәғәт буйы CD-ла яратҡан йырын эҙләмәй
Ә беҙ эҙләнек, икенсе ваҡытта үҫтек
Кемдәрҙең видигы булды, шуларҙы байҙар тинек
VHS формат хәҙер көлкө, брат
Терминатор, Рембо, Универсал һалдат…
Ошо йылдарҙың һуңында кунг-фу менән дә ауырыныҡ
«Кия,» - тип Брюс Лины бөтәһе лә ҡабатланы
Дендиларҙа Марионы яратып беҙ уйнаныҡ
Супонев менән төрлө тапшырыуҙар ҡараныҡ
А-ха ... Иҫләһәң ҡыҙыҡ хатта
Ҡыҙыҡ менән Мәҙәкте лә видикта ҡараныҡ
Яҙмышымдың өлөшө - минең хәтирәләр
Бәлки, шуғалыр ҙа улар миңә шундай ҡәҙерлеләр
[Ҡушымта]
Уҙған көндәр минең алдымдан үттеләр
Башҡайҙарын эйҙеләр ҙә, миңә “Һау бул” тинеләр
Ә аҙналар йүгереп ашыҡтылар
Әйтерһең, минән ҡастылар һәм күҙҙән юғалдылар
Һуңынан йылдар ҡоштар кеүек остолар
Яҙмыш китабына инеп, биттәрендә ҡалдылар
Мәңгегә…
[Куплет 2]
Һигеҙенсе синыфта мин тәүге тапҡыр рэп тыңланым
Һәм шунда уҡ яраттым, хип-хоп донъяһын астым
2Pac һәм Dre – беренсе йондоҙҙар
Многоточие бүләк иткән көслө, дөрөҫ, тура йырҙар
Һуңынан ике меңдә, әле һаман шул иҫемдә:
Eminemды ишеттем дә киң ыштан кейҙем үҙем дә
Һәр төн һайын рэп тыңлауға сәғәттәрҙе бағышланым
Күҙҙәремде йомоп шунда хыяллана ла башланым:
Имеш, мин дә рэп йондоҙо!
Хип-хоп йондоҙҙар күгенә, имеш минең исем барып торҙо
Имеш, бөтә донъя минең йырҙарҙы ишеткән!
Кем генә Инсан тураһында шунда белгән?
Күрәһең, был хыялдың бер өлөшө донъяға ашты
Дөрөҫөн әйткәндә, миңә етте хатта шуныһы
Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: хыялдарҙы ташламағыҙ
Юҡ, уларҙы һеҙ һатмағыҙ, юғалтмағыҙ, ышанығыҙ!
[Ҡушымта]
Уҙған көндәр минең алдымдан үттеләр
Башҡайҙарын эйҙеләр ҙә, миңә “Һау бул” тинеләр
Ә аҙналар йүгереп ашыҡтылар
Әйтерһең, минән ҡастылар һәм күҙҙән юғалдылар
Һуңынан йылдар ҡоштар кеүек остолар
Яҙмыш китабына инеп, биттәрендә ҡалдылар
Мәңгегә…
[Аутро]
Ваҡытты ҡәҙерләп үткәр
Булһын яҡшы хәтирәләр
Үткәнде иҫкә алырһың
Бер ултырып алғанда
Һин тик йылмайып ҡына…
Ваҡытты ҡәҙерләп үткәр
Булһын яҡшы хәтирәләр
Үткәнде иҫкә алырһың
Бер ултырып алғанда
Һин тик йылмайып ҡына…

About “Хәтирәләр (Memories)” by Инсан (Insan)

Read the complete lyrics to "Хәтирәләр (Memories)" by Инсан (Insan) from the album "Юлсы (иң яҡшы йырҙар) (Traveller (The Best Songs))" in 2011. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Conscious Hip-Hop, Башҡортса рэп (Bashkir Rap), Россия (Russia).

"Хәтирәләр (Memories)" is performed by Инсан (Insan). from the album "Юлсы (иң яҡшы йырҙар) (Traveller (The Best Songs))" in 2011 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Хәтирәләр (Memories)", explore more songs by Инсан (Insan) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for Инсан (Insan) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Хәтирәләр (Memories)" is credited to Инсан (Insan). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

"Хәтирәләр (Memories)" appears on "Юлсы (иң яҡшы йырҙар) (Traveller (The Best Songs))" in 2011.

Visit the Инсан (Insan) artist page at /artist/insan for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.