Lyrks
Lyrks
Lyrks
Cover Art

Һаумы, башҡорт! (Hello, Bashkir!) Lyrics by Инсан (Insan)

Юлсы (иң яҡшы йырҙар) (Traveller (The Best Songs))

2012

[«Һаумы, башҡорт!» ft. Фил MC йырының һүҙҙәре]
[Текст песни «Һаумы, башҡорт!» ft. Фил MC]
[Куплет 1: Инсан]
Башҡортомдоң биле һынған, йөрәге ҡатҡан
Ерҙәре янған, телен онотҡан
Эскегә батҡан, ул йәнен һатҡан, төшкән тубыҡҡа
Данын юғалтҡан, башында бутҡа, сыҡты ул юҡҡа!
Халыҡтарҙы төкөтөү, милләтем көтөү
Өмөттө өтөү, көсһөҙлөктән күнегеү
Ярлыларҙан көлөү, сәйәсмәндәрҙе һүгеү
Ҡалды шаршауҙы көтөү, әсе күҙ йәштәр түгеү…
Мәктәптәр ябыла, сит яҡта уҡый бала
Ағыу һыуы һатыла, ауылдар юйыла
Күп яҙмыштар сыйыла, көслө тауыш тыйыла
Онотола бит йола, артабан да йоҡла
Башҡорт! Тормошонда буталды
Исемдәре юғалды, тарихта эҙе ҡалды
Маңҡорт битлеге ҡара йөҙөн ҡапланы!
Кем менән беҙ ҡарғалдыҡ?!
[Ҡушымта: Инсан]
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
Өҫтән ҡысҡыралар: “Һау бул, башҡорт”, - тип
Ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм
Һәм өндәшәм һиңә: “Һаумы, башҡорт!”
[Куплет 2: Фил MC]
Һин башҡортмо, егет, татыу йәшәhен өсөн
Күпме быуат түккән көсөн, халҡын сыҡҡан еңеп
Исләйһеңме тарихты, исемде яулауы булмаған еңел
Маҡсат - бер ҡасан да булма ебек
Ә киләсәк ҡараңғы, ҡайҙа ҡарама, яһалма -
Һаңғырау һәм күрмәмештәр
Йөрәк көтә үҙгәрештәр, кем яуаплы көн-күрештә
Әсәм телен үлтерә хөкүмәт, рәсми рәүештә!
Ватан-ватан кем емерә, һине вата?
Ҡара көстәрме эстән тарҡата
Аптырата алдаҡ донья, телдәрзе ҡыҫҡарта
Бөйөк ватан һуғышы 20 миллион ерҙә ята
Аң аптыраҡта, ятам бишенсе ҡатта ятаҡтын
Тормош һыйпамай, ямай аяҡтан яңаҡҡа
Былай булһа дауамы, тураһын юрайым
Килер ваҡыт, һуңғы башҡорт уйнар ҡурайын
[Ҡушымта: Инсан]
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
Өҫтән ҡысҡыралар: “Һау бул, башҡорт”, - тип
Ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм
Һәм өндәшәм һиңә: “Һаумы, башҡорт!”
Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
Өҫтән ҡысҡыралар: “Һау бул, башҡорт”, - тип
Ә мин беҙҙең милләттең яҡты юлын күрәм
Һәм өндәшәм һиңә: “Һаумы, башҡорт!”

About “Һаумы, башҡорт! (Hello, Bashkir!)” by Инсан (Insan)

Read the complete lyrics to "Һаумы, башҡорт! (Hello, Bashkir!)" by Инсан (Insan) from the album "Юлсы (иң яҡшы йырҙар) (Traveller (The Best Songs))" in 2012. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Башҡорт (Bashkir), Conscious Hip-Hop, Башҡортса рэп (Bashkir Rap).

"Һаумы, башҡорт! (Hello, Bashkir!)" is performed by Инсан (Insan). from the album "Юлсы (иң яҡшы йырҙар) (Traveller (The Best Songs))" in 2012 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Һаумы, башҡорт! (Hello, Bashkir!)", explore more songs by Инсан (Insan) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for Инсан (Insan) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Һаумы, башҡорт! (Hello, Bashkir!)" is credited to Инсан (Insan). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

"Һаумы, башҡорт! (Hello, Bashkir!)" appears on "Юлсы (иң яҡшы йырҙар) (Traveller (The Best Songs))" in 2012.

Visit the Инсан (Insan) artist page at /artist/insan for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.