Lyrks
Lyrks
Lyrks
Cover Art

Азатлыҡ (Freedom) Lyrics by S.E.R. (RUS)

IS.E.R.EK

2019

[«Азатлыҡ» йырының һүҙҙәре]
[Текст песни «Азатлыҡ»]
[Куплет: S.E.R.]
Түгел фәлсәфәм сер - тамаҡты үпһен тәм әсе
Йотор өсөн был көндәрҙе һоро, өмөттәрҙе ҡоро кәрәк күпме тәмләткес?
Ләкин мин ҡәнәғәтсе, мин быға үҙем ҡәнәғәтсе
Төкөрҙөм мәңгелеккә, бәлки барып етер, тотһам әгәр һүҙҙе ҡәләм сәнсеп!
Ә аҙаҡ ҡабат төтөн үпкәлә
Баҫтырамын төнөн күбәләк
Һин ниҙер һөйләйһең миңә иман хаҡында
Ә мин илһам артынан тип өҫтөңә йүнәләм
Йәнә төбөн үбәм һәм
Бар буш хыялдарҙы ултыртам өҫтәлгә
Әгәр бөгөн үлмәһәм үҙгәрәм
Йә һорайым тултырмай өҫтәргә
Был һин яратҡан сериалдай "Оятһыҙҙар"
Ләкин яралар ысын һәм улар оҙаҡ һыҙлар
Бар донъям бата, мин торам боҙҙа һымаҡ -
Көтәм ҡасан мине ҡотҡарырға оҙатырҙар
Сөнки был ауыр уйҙарҙы йөкмәп талған муйын
Һаман да шул уҡ кимәлдә, тормош һаман да уйын
Йыһан сикһеҙ, тик күк йөҙөнән йондоҙомдо нисек алһын буйым?
Ялғам өмөттө, көйҙө талғын ҡуйып
Йәшәргә ине мәңге
Тарҡалырға ине ҡапыл
Ожмахтың татырға тәмен
Бар яҙғанға ҡапһын ялҡын
Ҡалһын йырҙарым - ҡайғынан тыңларһың
Ҡалһын бар әйткән һүҙҙәрем тынлыҡта яңғырап
Ҡалһын хәтер булып, ҡалһын булып хәтәр
Ҡалһын тулы дәфтәр, ҡалһын йылылай яндырһаң
Был үлем менән бейеү һәм һин беләһеңдер
Нимәләр миңә ҡамасаулай ташларға бөтәһен
Башларға һөйләмде, ә мин һаман да айырмай алмашҡан көндәрҙе
Мәңгелеккә ҡаршы яуға сабам!
Үтелгәне күмелгән, ынтылам күкте үбергә
Теләмәй үҙгәрергә
Бик иртә аңланым - бында бер ни мәңге түгел
Һәм үлемдең йәмен күрҙем мин ялтыраған күҙҙәр менән
Был минең азатлыҡ!
Был йә дөрөҫ, йә насар ныҡ!
Маҡсатһыҙ, бер тин аҡсаһыҙ
Үҙгәрер кәрәк тип үҙемә мин һүҙ бирһәм дә ҡасандыр
Йәнә көйҙө ҡушам да, төпһөҙ бушлыҡҡа
Тик төтөн генә йөҙә һаман өҫкә табан
Мине ялманы һынауҙар, ҡалманы хыялдар
Абзый, зинһар, өҫтә ҡабат...
[Вокализ: LeNar15KH]
[Аутро]
Кешеләргә әйтә торған һүҙҙәрем бар...

About “Азатлыҡ (Freedom)” by S.E.R. (RUS)

Read the complete lyrics to "Азатлыҡ (Freedom)" by S.E.R. (RUS) from the album "IS.E.R.EK" in 2019. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Poetry, Россия (Russia), Synthwave.

"Азатлыҡ (Freedom)" is performed by S.E.R. (RUS). from the album "IS.E.R.EK" in 2019 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Азатлыҡ (Freedom)", explore more songs by S.E.R. (RUS) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for S.E.R. (RUS) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Азатлыҡ (Freedom)" is credited to S.E.R. (RUS). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

"Азатлыҡ (Freedom)" appears on "IS.E.R.EK" in 2019.

Visit the S.E.R. (RUS) artist page at /artist/ser-rus for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.