Lyrks
Lyrks
Lyrks
Cover Art

Шешәләге хат (Message in a Bottle) Lyrics by S.E.R. (RUS)

Kem? икәне S.E.R. (Kem? ikane S.E.R.)

2013

[Куплет 1: S.E.R.]
Әллә ҡояш ата, әллә бата утрауым?
Ялан аяҡ атланым диңгеҙ ярынан
Бәлки бер мәл өмөт тулы ҡарашымдан сикһеҙлек арыһа
Минең шешәгә һалған хатты асыр кемдеңдер ҡулдары…
Күрһәм ине ишек-мәңге туҡылдармын
Төшөрөрмөн тотҡас,ҡанаған ҡул менән һыҙып
Эйе, беҙ икәү инек, тик сыҙай белмәне яңғыҙлыҡ
Һәм мин үҙем генә һанап ҡалдым бөтмәҫ тулҡындарҙы!
Ҡасандыр ҡанатһыҙ ҙа аҫта ҡалдырҙыҡ яҙмыш упҡындарын!
Беҙ күрҙек офоҡто, беҙ ынтылдыҡ үргә…
Дөрөҫлөк шул ҡәҙәре әҙ бында,бәлки шунлыҡтандыр
Өмөттөң хаҡлығы иң тәүҙә ташлана күҙгә!
Һәм көйә бит үҙәк, иҫкә алып бәхетте
Шунан башҡаға ярамаҫлыҡ итеп эшләнгәнбеҙ
Беләм, бер заман бөтәшер күңелдең бар йәрәхәте
Ҡулға алһаң хатымды, хатымды шешәләге…
[Ҡушымта: LeNaR]
Был таңын мин таң ҡалдым
Тороп утрау менән диңгеҙ араһында
Меңләгән шешә, меңләгән хатым
Кире ҡайтҡан үҙемдең ярыма…
Таңын таң ҡалдым
Еүеш хаттарҙы алып ҡулдарға…
Меңләгән исем, меңләгән ялыныу -
Мин яңғыҙ түгел, яңғыҙ булараҡ!
[Куплет 2: S.E.R.]
Дүрт яғымдан офоҡ, дүрт яҡтан йоҙаҡлы
Эҙләнем уны,көрәштем, бөтә булған көстө биреп
Ниңәлер артҡа табан ғына күсте иреклек
Мин уны ҡыяғыҙ кәмәгә һалып оҙаттым…
Беҙҙең ҡурҡыуҙы уятмаҫһың хәҙер тоҙ атып!
Үҙ аңымды ҡуптарып, таптым бүтәндәр фекерен
Яңғыҙ тауыш йөҙ төрлө яңғырай, ярһыуын еткереп
Тиҙерәк ал хатымды, ас йөрәгем йоҙағын!
Килдем,күрҙем һәм еңдем булды йөҙләгән саҡрым элек
Ә хәҙер һуңлайым хатта һуңлаусылар йыйылышына…
Мин бит аяҡ баҫтым кәмәгә, ҡайтмаҫты белеп
Тик ниңә буранлы көндө ышандым йылы ҡышына?!
Таңын яр буйлап үткәндә мин таң ҡалдым
Меңләгән кеше өмөтөн сығарып ташлаған ярға
Яңғыҙҙар һанауһыҙ, һанауһыҙ яңғыҙлыҡҡа юл алды
Һәм миңә шешәгә хат тултыра башлау ғына ҡалған!
[Ҡушымта: LeNaR]
Был таңын мин таң ҡалдым
Тороп утрау менән диңгеҙ араһында
Меңләгән шешә, меңләгән хатым
Кире ҡайтҡан үҙемдең ярыма…
Таңын таң ҡалдым
Еүеш хаттарҙы алып ҡулдарға…
Меңләгән исем, меңләгән ялыныу -
Мин яңғыҙ түгел, яңғыҙ булараҡ!

About “Шешәләге хат (Message in a Bottle)” by S.E.R. (RUS)

Read the complete lyrics to "Шешәләге хат (Message in a Bottle)" by S.E.R. (RUS) from the album "Kem? икәне S.E.R. (Kem? ikane S.E.R.)" in 2013. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Башҡорт (Bashkir), Conscious Hip-Hop, Башҡортса рэп (Bashkir Rap).

"Шешәләге хат (Message in a Bottle)" is performed by S.E.R. (RUS). from the album "Kem? икәне S.E.R. (Kem? ikane S.E.R.)" in 2013 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Шешәләге хат (Message in a Bottle)", explore more songs by S.E.R. (RUS) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for S.E.R. (RUS) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Шешәләге хат (Message in a Bottle)" is credited to S.E.R. (RUS). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

"Шешәләге хат (Message in a Bottle)" appears on "Kem? икәне S.E.R. (Kem? ikane S.E.R.)" in 2013.

Visit the S.E.R. (RUS) artist page at /artist/ser-rus for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.