Lyrks
Lyrks
Sign In
Cover Art

Экскалибур (аутро) (Excalibur (Outro)) Lyrics by S.E.R. (RUS)

IS.E.R.EK

2019

[«Экскалибур (аутро)» йырының һүҙҙәре]

[Текст песни «Экскалибур (аутро)»]

[Куплет 1: S.E.R.]
Мин яндырҙым шәмде китер өсөн һүндермәй
Фит үлем менән, тик серле өҙөгө күберәк
Ауам һауа өҫтөнән төҙөп күперҙәр, йүгерәм томан эсенә
Фәхишә билдәлек ҡоя эсергә, ынтылам йөҙөн үбергә!
Эйе, ҡул терәп ҡаң ҡаплаған тәҙрәгә
Әйттем: "Сер һүтелмәгән, бөйөк яҙылмаған әҫәрҙәр!"
Минең аҙағым яҡын, яҙҙарым аҡты, һанауһыҙ тапҡыр
Раҫланым ағымға баҫҡанды ҡаты - Пакмен!
Партмы? Юҡ! Был ихласлыҡтың ташҡан көршәге
Диңгеҙгә ҡаршы көрәшеп һиҙмәҫмен нисек килер ҡартлыҡ...
Тормош һорай тактты бишенсе, минең оранды ишет!
Индем ярып ишек! Яҙмыш алһа ла иреклекте тартып
Елдәр әсе, ептәр сәнскеле ебәргәс тереләсәкмен
Өмөт аҫтында бер тәгәрмәс, рэп-киләсәкте бүлгән кәсер!
Кешеләр өҫтөмә нәфрәт сәсте!
Ташлама утты - кисермәйәсәктәр
Таш ҡая улы - исемем енәйәтсе!
Оҙаҡ яндым, унан ары төтәрмен
Һөйләм аҙағында нимә? Ни бары нөктәләр
Был тормош эпилогтан башланған тректарҙың береһе
Мин мең тапҡыр терелдем, тотманы фиттарҙың төрмәһе!
Һеҙгә тип ҡаҙылған ҡәбер тап килһә лә үҙемдең буй-һынға
Сер һүтелмәҫ, үлем килгәнсе мин үлемһеҙ был уйында!
Көҙгөләге йөҙҙө танымаһам да, өйрәтмә мине йәшәргә нисек
Мәшәҡәттәр кисеп килдем мин рэпҡа һәм бында ҡалдым!
Яңғырар тағын таңын аҙан боҙ йөрәкте аптыратып
Ялҡтым алҡыштарҙан, көтәм антрактты
Ялҡтым битлектән, сигендә упҡындың ҡысҡырам иркен һулап:
"Был түңәрәк өҫтәл артында мин генә экскалибур менән?"
Ҡағыҙға ышҡып ҡәләмде булдырырмын ялҡын!
Батҡас тамам ҡалҡырмын төбөнән упҡындың атылып!
Рэп мьюзик мин яулап алған иреклек - рудис
Бөйөклөктө раҫлармын ҡан менән, интекмәм ут кисеп!
Ҡаршы, ҡаршы булыу әйләнгәнсе мейнстримға
Был өс хәрефтән күберәк, исемем?
S.E.R.!
Үлем килер, һүтелер зиндан
Был өс нөктә өндәү һымаҡ, ҡал тип үтенмә зинһар
Сиратһыҙ үтермен тамуҡҡа, миңә юлдар асыҡ
Өлөшөмә төшкән шөғөл яңылыш, хата һымаҡ
Ләкин яҙам аҡбур менән ҡара яҙмыш таҡтаһына
Шулай булыр минең үҙемде аҡбур менән уратҡансы!

[Ҡушымта: S.E.R. (һәм LeNaR15KH)]
Был яңылыш түгел, был хата була алмай
Иң өҫтәге һыҙған һуҡмаҡ буйлап һулап һауа
Яуап эҙләп дауам итәм мин юлымды
Ҡурҡма, бир миңә ҡулыңды

[Куплет 2: S.E.R.]
Китһәм дә егерме берҙә был егет еткерҙе беҙгә
Фекерен тип әйтһендәр өсөн генә
Иң аҙаҡы төпсөк менән
Таратам осҡондо һәм бирәм һеҙгә ҡанаттар осорға
Эҙләнем мәңгелекте һәм тапмаһам да
Биш тиҫтә йырға яҡынайҙым үҙ маҡсатыма
Был өмөттән ятлап алған көй бер ҡасан тыммаҫ
Был шәм уйнар кеүек мәңге, был эҫе һүҙҙәр тама һаман!

[Ҡушымта: S.E.R. (һәм LeNaR15KH)]
Был яңылыш түгел, был хата була алмай
Иң өҫтәге һыҙған һуҡмаҡ буйлап һулап һауа
Яуап эҙләп дауам итәм мин юлымды
Ҡурҡма, бир миңә ҡулыңды
Был яңылыш түгел, был хата була алмай
Иң өҫтәге һыҙған һуҡмаҡ буйлап һулап һауа
Яуап эҙләп дауам итәм мин юлымды
Ҡурҡма, бир миңә ҡулыңды...

[Аутро: S.E.R.]
Был яңылыш түгел, был хата була алмай
Был үлем менән бейеү
Яралар ысын һәм улар оҙаҡ һыҙлар
Бер ни ҙә мәңге түгел
Таң атҡанын күрергә һәм үлергә ине үкенесһеҙ
Ғүмер - бысраҡ әҫәр
Тормошом әсе, тормошом сөсө
Эҙләйем дәрт-дарман үлемдә
Шәпме, үлем
Тағы әҙерәк, һәм мин үбермен күктәрҙе
Тормошомдан һуң тороп ҡалһын хәтер

About “Экскалибур (аутро) (Excalibur (Outro))” by S.E.R. (RUS)

Read the complete lyrics to "Экскалибур (аутро) (Excalibur (Outro))" by S.E.R. (RUS) from the album "IS.E.R.EK" in 2019. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Poetry, Electronic Trap, Башҡортса рэп (Bashkir Rap).

"Экскалибур (аутро) (Excalibur (Outro))" is performed by S.E.R. (RUS). from the album "IS.E.R.EK" in 2019 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Экскалибур (аутро) (Excalibur (Outro))", explore more songs by S.E.R. (RUS) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for S.E.R. (RUS) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Экскалибур (аутро) (Excalibur (Outro))" is credited to S.E.R. (RUS). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

"Экскалибур (аутро) (Excalibur (Outro))" appears on "IS.E.R.EK" in 2019.

Visit the S.E.R. (RUS) artist page at /artist/ser-rus for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.


Lyrks
Lyrks

Your gateway to the world of music lyrics.

Product

Features


© 2026 Lyrks. All rights reserved.