Lyrks
Lyrks
Lyrks
Cover Art

Үрмәләргә (Climb) Lyrics by S.E.R. (RUS)

S.E.R.ЛӘШЕП (Keeping Secrets) (Mixtape)

2013

[«Үрмәләргә» йырының һүҙҙәре]
[Текст песни «Үрмәләргә»]
[Куплет 1: S.E.R.]
Тормош юлын уҙамын, күтәреп өҫкә дан туҙанын
Берәй уҙаман үтһә ине атлап янымдан урамдарҙан
Әйтһә ине,нисек сығырға был ҡараңғы баҙҙан
Яҡтылыҡ ярыҡтарҙан иретерме икән ҡарҙы
Ниңәлер яратам әйтергә ваҡытың уҙғанын
Әллә ул аға, әллә үҙебеҙ туҙабыҙ, әйтерһең ҡағыҙ
Йәшлегем - ғүмерем һуты, мәңгелек уты
Бер көнгә булһа ла миндәге ялҡынды һин ҡабыҙ
Бурыслы булып ҡалмам, бирәм һүҙем
Ергә ташланған орлоҡ берәй заман бары үҫер
Көйҙө алғараҡ күсер, иң ҡыҙығы уртала
Ваҡыт юҡ һәр юҡ-барҙа ҡалырға туҡталып
Бөгөн мин балыҡ, был һуҙҙәр диңгеҙе батшаһы
Бөгөндән йәшәйем кеше шатлығына шатланып
Асыу шартлаһа ла ҡалған ярсығы ашар мине мәңге
Тик мин һайланым нимә йәнем өсөн тәмле
[Ҡушымта: LenaR.4ap]
Һәм болоттар алып китә мине өҫкә
Тирә-яҡта бушлыҡ, миңә йөрәк ҡушты
Үрмәләргә, үрмәләргә
Ҡәҙерләргә өйрәнәм һәр һулышыңды
Ялҡын ҡар аҫтында ҡалған ҡыуышымда
Һүнмәгәндер, һүнмәгәндер
[Куплет 2: S.E.R.]
Ҡара, анау егет баҫтыра әллә хыялдарын, әллә күләгәһен
Әллә ул аңламай йәндең тән менән бергә үлмәгәнен
Теләп күрергә күрмәгәнен кейә шайтан күлдәген
Шым ғына бикләнә бүлмәлә
Юҡ, юҡ, йәшәү ялҡыны һүнмәһен,был дөрөҫ түгел!
Кемдер елдәрҙән һаҡланы сәскән үҙ көсөн түгеп
Ни тип әйтәң, күңел? Һорайыңмы, әллә үтенәң?
Батып ҡалма тик көлдә ,үткәндә янған күперҙән
Хистәр күпергән, сикһеҙ шатлыҡ, оло ҡайғы берһенән икенсегә сума
Үҙҙәрен дә аңламайҙар был малайҙар,олоно уйнаған үҫмерҙәр
Минең кеүек үк белмәгәндәр ҡай яҡҡа үҫергә
Әллә иҫергән, әллә һалышҡан
Ҡурҡып үҙенә баш һалырға үҙе асҡан алышта
Беҙ таныштар, һин мине күрәһең көҙгөлә
Һин өҙгөләйең яҙғаныңды, мин үҙем эстән өҙөләм
[Ҡушымта: LenaR.4ap]
Һәм болоттар алып китә мине өҫкә
Тирә-яҡта бушлыҡ, миңә йөрәк ҡушты
Үрмәләргә, үрмәләргә
Ҡәҙерләргә өйрәнәм һәр һулышыңды
Ялҡын ҡар аҫтында ҡалған ҡыуышымда
Һүнмәгәндер, һүнмәгәндер
[Ҡушымта: LenaR.4ap (һәм S.E.R., бергә)]
Һәм болоттар алып китә мине өҫкә
Тирә-яҡта бушлыҡ, миңә йөрәк ҡушты
Үрмәләргә (үрмәләргә), үрмәләргә (үрмәләргә)
Ҡәҙерләргә өйрәнәм һәр һулышыңды
Ялҡын ҡар аҫтында ҡалған ҡыуышымда
Һүнмәгәндер, һүнмәгәндер
Һүнмәгәндер...

About “Үрмәләргә (Climb)” by S.E.R. (RUS)

Read the complete lyrics to "Үрмәләргә (Climb)" by S.E.R. (RUS) from the album "S.E.R.ЛӘШЕП (Keeping Secrets) (Mixtape)" in 2013. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Conscious Hip-Hop, Башҡортса рэп (Bashkir Rap), Башҡорт (Bashkir).

"Үрмәләргә (Climb)" is performed by S.E.R. (RUS). from the album "S.E.R.ЛӘШЕП (Keeping Secrets) (Mixtape)" in 2013 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Үрмәләргә (Climb)", explore more songs by S.E.R. (RUS) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for S.E.R. (RUS) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Үрмәләргә (Climb)" is credited to S.E.R. (RUS). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

"Үрмәләргә (Climb)" appears on "S.E.R.ЛӘШЕП (Keeping Secrets) (Mixtape)" in 2013.

Visit the S.E.R. (RUS) artist page at /artist/ser-rus for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.