Lyrks
Lyrks
Lyrks
Cover Art

Юғары (Up) Lyrics by S.E.R. (RUS)

IS.E.R.EK

2019

[«Юғары» йырының һүҙҙәре]
[Текст песни «Юғары»]
[Интро: LeNar15KH]
Атһын яңы таңым
Мин
Таңын
Яратамын
[Куплет 1: KEMUL]
Ҡайҙа минең шатлыҡ? Упс, юғалттым. Ошо яҙыуҙамы?
Ҡыҙарыуҙан ус менән ҡаплайым битемде, шул уҡ ялҡауланам
Иҫәр, йүләр, намаҙға баҫмаған башҡорт егете, үҙемә асыуланам
Йәш егерме ике
Башыңда мейе етерме?
Етмәгәс инде табырға үҙеңдекен
Сөнки стиль - Eminem
Һинең кеүектәр - етерлек, артабан дауам булһа дәрәжәң иҙелер
Әжәл түшәге көтөр тиҙҙән
Һуңынан була һуң, һинең һауа күп, һула-һула
Тик абайлап, һөрөм еҫен һиҙһәң
Изге күңелле ен төтөндән сыҡмаҫ, көтөп тә торма
Улар һәр береһе муындан һыға һәм үлтермәй
Тере кеше интегә күберәк дөрөҫмө?
Ләкин һәр икенсе үлгән, әммә йонсоу кәмемәй
Битһеҙҙәр күберәк - минең төкөрөккә урын юҡ. Ха!
Әйткәндәй, бөтәбеҙгә лә юҡ, белмәһәң
Беҙҙең кеүектәр кәмемәгән, беҙ бөтмәҫ-төкөнмәҫ ҡыйлыҡ
Шул критерийға һәр береһе эләгә
Теремекле күренһә лә, эстә һаҫый һөлдәһе, ул ҡаса бынан, сөнки насар дөрөҫлөгө
Эстән бикле тотоу, уны асмаҫҡа өҫтөнлөклө
Кемдер бата көлкөнән бынан, эсе ҡата - өйрәнгән быға
Биттә беҙҙең йылмайыу, ә төйөрләнә тамаҡ
Быны яттан беләбеҙ, өйрәтмәһәләр ҙә
Нисек батырға тормошта, өйрәтмәһәләр ҙә
Беләбеҙ беҙ
Урының айырым бар, һинең күмергә теләгеңде
Ерләнеләр, үҙеңде лә, һүҙһеҙ генә
Тупраҡ ырғыталар, һинең ун бишләгән трек та диплом
Нимә телеңде йоттоң?
Ҡысҡыр, һөйлән, һүген, ила, мыжы, ярһы, һыҙлан, ҡыуан, ҡыуан!
[Ҡушымта: LeNar15KH]
Атһын яңы таңым
Мин таңын яратамын
Үткән юлдарҙың
Ҡояштың үпһә нурҙары
Көндәр ағалар -
Мин йылмаям
Ниҙәр булмаһын
Киләм юл ярып юғары!
Юғары!
[Куплет 2: S.E.R.]
Һинең артта янған юлдар
Тормош диңгеҙҙе аңлап булмай,һәм һин яңғыҙ аҡтың
Һине хаталар тиҫкәре яраларға биҙәне һәм аҙаҡҡа яҡынайтты
Тәжрибә һәм үкенестәр барлыҡ йыйған байлығым
Ҡабат таң атыуға айныным
Минең артта алынмаған үрҙәр,һалынмаған ҡултамғалар
Өмөттәр, хыялдар, мөхәббәт йылмайған - барыһы ҡала ҡулланмаған
Уйланым егет кешегә етмеш төрлө һөнәр аҙ, береһендә лә иң яҡшыһы була алмаһа
Күберәк һулап һауа, эҙләп мәғәнә баттым, ҡалҡманым - ҡатмарлы юл Аллаға
Ҡулға алам ҡулдарҙы ҡалтыраған - уйҙарым ҡайнар юғалмаған!
Эҙләнем донъяла урын шаҡып тәҙрәгә,ҡунып тупһаларҙа
Татыным ҡатыһын гел ҡурҡып һуңға ҡалһам
Ун дүрттән ут төртәм тормошҡа, бар боролоштар
Мине ташланы иң төпкә, ашҡынып көткән тулҡын юҡ һаман да!
Әйләндер был донъяны һәм мин булырмын иң өҫтә
Күп кәрәкмәй тормоштан, ләкин яҙмыш тултырып өҫтәй
Шешәне ватып киҫергә ине аяҡҡа бәйләнгән ташты
Туҡтат ерҙе, минең әйләнә башым
Ҡыҙыл-аҡ -- башҡа юҡмы ни төҫтәр?!
Ә юл аҙағында утты күреп ҡурҡырға һуҡырмын
Мин өҙөлгән өмөттө ҡуйҙым ҡабатлауға, өҫтөнә турыһын уҡыным
Ҡапҡастар кеҫәләге бар күңел яраларын ямай алманы
Ярамай - аңлайым, ләкин өҙәм ҡабат һәм ҡабам алманы!
Дауамын йә күңел, йә үлем талап итә
Уйынға тамам(!) тиһәм, эттәй муйындан талап китә!
Ҡалмай биттәр, ябам дәфтәр һәм нәфрәтем асам
Мин ғәҙәт кешеһе, эйе, һәм бар ғәҙәттәрем насар
Шулай йәшлек үтте, йәшел бүлек, түктем йәшем күпме
Бөгөн шәмбе түгел, ләкин шәмдәр һүнде - шәпме, үлем
"Һинең йырҙар мәғәнәһеҙ - үкенеүҙәр, эске!"
Ләкин һин дә данлар инең шуны, күрмәй икенсеһен!
[Бридж: LeNar15KH]
Бик иртә аҙаштыҡ
Бәхеткә юл һалып
Ила, ҡыуан, ярһы
Өҫкә яуһын ямғыр -
Бар эҙҙәр юғалһын
[Ҡушымта: LeNar15KH]
Атһын яңы таңым
Мин таңын яратамын
Үткән юлдарҙың
Ҡояштың үпһә нурҙары
Көндәр ағалар - көләм, йылмаям
Ниҙәр булмаһын
Киләм юл ярып юғары!
Юғары!
Юғары!

About “Юғары (Up)” by S.E.R. (RUS)

Read the complete lyrics to "Юғары (Up)" by S.E.R. (RUS) from the album "IS.E.R.EK" in 2019. On Lyrks you can follow along with the full text, explore the artist's discography, and discover related songs. The track is often categorized under Башҡорт (Bashkir), Россия (Russia), Conscious Hip-Hop.

"Юғары (Up)" is performed by S.E.R. (RUS). from the album "IS.E.R.EK" in 2019 This page provides the full lyric text for fans who want to sing along, study the songwriting, or compare versions across releases. Lyrks organizes lyrics by artist and song slug so you can bookmark and share a stable URL. Music lyrics help listeners connect with emotion, narrative, and rhythm in a track. Whether you are learning English, researching a favorite chorus, or preparing for karaoke, having accurate line breaks and section labels (verse, chorus, bridge) makes the experience easier. We link to the official artist profile on Lyrks where available, including biography snippets, top songs, and chart placements when we have that data. If you enjoy "Юғары (Up)", explore more songs by S.E.R. (RUS) using the links below. Chart and trending pages on Lyrks highlight what listeners are searching for this week. For copyright or correction requests, see our DMCA and contact pages.

View all songs and biography for S.E.R. (RUS) · Trending lyrics · Billboard Hot 100

Frequently asked questions

"Юғары (Up)" is credited to S.E.R. (RUS). Songwriting credits may include additional writers listed on the release; check the credits section on this page for linked collaborators.

"Юғары (Up)" appears on "IS.E.R.EK" in 2019.

Visit the S.E.R. (RUS) artist page at /artist/ser-rus for biography, popular tracks, and links to more lyric pages.